Бөгөн эш сәфәре барышында Радий Фәрит улы махсус хәрби операция барышында ғүмерҙәре өҙөлгән Рим Закиров, Артур Бирғәлин, Нәдип Ваһапов, Артур Йомағужин, Арыҫлан Кирәев, Ринат Фәттәфовтарҙың ғаиләләре менән осрашты.
Төбәк етәксеһе уларҙың ата-әсәһенең, ҡатындарының һәм балаларының ҡайғыһын уртаҡлашты, һалдаттарҙың хәрби бурыстарын үтәгәндә күрһәткән батырлыҡтары өсөн үлгәндән һуң наградланған генерал Шайморатов ордендарын тапшырҙы.
- Егеттәр Ватан өсөн ғүмерен бирҙе. Уларҙың һәр береһе бурысын аҙағына саҡлы үтәгән. Улар - ысын геройҙар, һәм беҙҙең дөйөм бурыс – улар тураһындағы иҫтәлекте һаҡлау, – тине Радий Хәбиров. – Һеҙ ысын ир-егеттәр тәрбиәләгәнһегеҙ. Бының өсөн ҙур рәхмәт. Район хакимиәте уларҙың исемдәрен мәңгеләштерергә, ғаиләләренә һәр саҡ иғтибарлы булырға, ярҙам ҡулы һуҙырға бурыслы.
Республика Башлығы шулай уҡ Республика кардиология үҙәгендә яуҙа һәләк булған һалдаттар ата-әсәләренә реабилитация программаһы эшләүен һөйләп үтте, социаль түләүҙәргә, балаларға күрһәтелергә тейешле ярҙамға ҡағылышлы һорауҙарға яуаптар бирҙе.