Яңылыҡтар таҫмаһы
13 Июль 2024, 03:00

Балыҡтан кәтлиттәр

Консерваланған балыҡтан да тәмле кәтлит бешерергә була.

Балыҡтан кәтлиттәрБалыҡтан кәтлиттәр
Балыҡтан кәтлиттәр

Кәрәк: бер банка балыҡ консерваһы (майлыһы яҡшыраҡ), дөгө - ярты стакан, бер йомортҡа, ике баш һуған, бер тырнаҡ һарымһаҡ, тоҙ, ҡара борос, өс картуф, төрлө тәмләткес.

Әҙерләү: картуфты бешереп иҙергә, дөгөнө лә бешереп алырға. Балыҡты иҙеп, уға картуфлы-дөгөлө массаны, тоҙ, тәмләткестәр, йомортҡа, һарымһаҡ һалып, бутарға һәм кәтлит әүәләргә.

Табала кәтлиттәрҙе ике яғынан да ҡыҙҙырырға ғына ҡала. 

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас