+15 °С
Облачно
Ейәнсура районының Сәғит ауылында йәшәүсе Айсулпан Тоҡомбәтова һәр яҡтан талантлы: йырға ла, бейеүгә лә, сәсәнлеккә лә маһир. Блогер булараҡ ҡыҙыҡлы вайндар ҙа төшөрҙө. Ә күптән түгел Тоҡомбәтовтар ғаиләһе, шул иҫәптән Айсулпан да Мәскәү ҡалаһында сығыш яһаны.