Операцияның төп маҡсаты - мотоцикл, скутер һәм мопед водителдәренең юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоуҙы иҫкәртеү. Йыл башынан республика биләмәһендә ошо категориялы водителдәр ҡатнашлығында 78 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән, уларҙа 5 кеше һәләк булған һәм 81 кеше йәрәхәтләнгән, һәр өсөнсө зыян күреүсе - бәлиғ булмаған водитель.
Иҫкәртеү сараһы ағымдағы йылдың 18 июленә тиклем дауам итә.
Бөгөн юлда үлемесле авария теркәлгән: https://ye102.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/2024-07-12/yulda-y-fazhi-3846078
Фото: БР ДАИ.