Тынғыһыҙ "Аҡ ҡалпаҡтар"
Арыу-талыу белмәйҙәр.
Мотоблоктарын егеп,
Елеп кенә йөрөйҙәр.
Мотор көйлө тырылдай,
Матур көйҙәр яңғырай.
Ағайҙарҙың гармундары
Һандуғас булып һайрай.
"Аҡ ҡалпаҡтар" бер күңелле йыр һайлап, гармун һуҙып, ҡурай уйнап, укулеле сиртеп, тағы ла мини-гастролгә йөрөп ҡайттылар, - тип яҙа Булат Пирғәлин. - Әйҙә, һеҙ ҙә беҙҙең менән тәбиғәт күреп, йыр йырлап йөрөп ҡайтығыҙ! Барығыҙға ла һаулыҡ, күтәренке кәйеф. Етеп килгән ял көндәре күңелле һәм уңышлы булһын!
Ай, рәхмәт яуғыры!
Фото: Б.Пирғәлин.