Полиция майоры күперҙән йылғаға ҡолап төшә лә, бата башлай. Уның: “Ҡотҡарығыҙ!” – тигән тауышын ишетеп, бер йәш егет артынан һыуға һикерә һәм ярға һөйрәп сығара. Бер аҙ хәл алғас, майор:
– Һин кешегә минең бата яҙғанды кешегә һөйләй күрмә инде, йөҙә белмәй икән, тип көлөрҙәр, – ти икән егеткә.
– Иң мөһиме һеҙ кешеләргә минең ҡотҡарғанды һөйләмәгеҙ. Ниңә ҡотҡарҙың, тип үҙемде үлтерерҙәр...
* * *
– Юл фажиғәләре булмаһын өсөн ирҙәргә араҡы ҡойоуҙы туҡтатырға кәрәк.
– Һәм ҡатын-ҡыҙҙарға бинзин һатыуҙы тыйырға!
* * *
– Табип әфәнде, миңә инде 80 йәш. Ә үҙем һаман ҡыҙҙар артынан сабам...
– Был бит бик шәп! Афарин!
– Шәп тә бит. Тик мин ни өсөн сабыуымды иҫкә төшөрә алмайым бит.