Яңылыҡтар таҫмаһы
12 Июль 2024, 08:35

ИҒТИБАР: Йылғаларҙа һыу кимәленең ҡырҡа күтәрелеүе көтөлә!

Бөгөн көндөҙ һәм 13 июлдә төндә Башҡортостан Республикаһында урыны менән бик көслө ямғыр яуыуы, йәшен йәшнәһә елдең тиҙлеге 22 м/с тиклем көсәйеүе көтөлә.

ИҒТИБАР: Йылғаларҙа һыу кимәленең ҡырҡа күтәрелеүе көтөлә!ИҒТИБАР: Йылғаларҙа һыу кимәленең ҡырҡа күтәрелеүе көтөлә!
ИҒТИБАР: Йылғаларҙа һыу кимәленең ҡырҡа күтәрелеүе көтөлә!

Таулы һәм көньяҡ райондарҙа йылғаларҙа һыу кимәленең ҡырҡа күтәрелеүе һәм гидротехник ҡоролмаларға ағымының артыуы көтөлә. Урыны менән һыуҙың һыубаҫар туғайға сығыуы ихтимал.

Башҡортостан Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы иҫкә төшөрә:

Йәшен ваҡытында ағас аҫтына йәшеренмәгеҙ, электр сымдары янында булмағыҙ, тәҙрәләрҙе ябығыҙ һәм электр приборҙары менән ҡулланмағыҙ.

Әгәр ҙә һеҙ машинала китеп барғанда көслө борсаҡ яуа икән, юлдың ситенә сығығыҙ, хәрәкәтте туҡтатығыҙ (ғәҙәттә борсаҡ 6 минуттан 10 минутҡа тиклем яуа).

Көслө ел мәлендә реклама щиттары, автобус туҡталыштары һәм бигерәк тә ағастар аҫтына тормағыҙ, өҙөлгән сымдарға яҡын бармағыҙ. Был хәүефле!

Фото: МЧС РБ.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас