Дыуан районы прокуратураһы Силәбе өлкәһе кешеһенә ҡарата енәйәт эше буйынса ғәйепләү һығымтаһын раҫланы. Ул РФ Енәйәт кодексының 264-се статьяһының 3-сө өлөшө буйынса енәйәт ҡылыуҙа ғәйепләнә (автомобиль менән идара итеүсе кешенең юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоуы, һаҡһыҙлығы арҡаһында кешенең үлеменә килтереүе). Тикшереү версияһы буйынса, 2023 йылдың июлендә ир, "Лада-219010" маркалы автомобиле менән идара итеп, рөхсәт ителгән тиҙлекте арттырып, Ҡаракүл ауылында 2 йәшлек малайҙы бәрҙерә. Һөҙөмтәлә бала юл-транспорт ваҡиғаһы урынында вафат була. Ғәйепләнеүсе енәйәт ҡылыуҙа ғәйебен танымай. Енәйәт эше Салауат район-ара судына ҡарау өсөн ебәрелгән.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.