Был бәлеш мүк еләгенән.
Кәрәкле аҙыҡ-түлек:
Мүк еләге – бер стакан
Он – 400 г
Аҡ май – 200 г
Йомортҡа һарыһы – дүрт дана
Шәкәр – 200 г
Һөт – биш ҡалаҡ
Йәшел алма – алты-ете дана
Ҡамыр әҙерләү: майҙы һыуытҡыстан алып ҡуйығыҙ, йомшарһын. Онға шәкәр ҡушып, май менән ыуырға.
Айырым һауытта йомортҡа һарыларын һөт менән туғырға ла онло-майлы массаға ҡушырға. Ҡамыр баҫып, икегә бүлеп, ярты сәғәткә һыуытҡысҡа ҡуйырға.
Эслек: алманың төштәрен алып, ваҡлап турарға ла бешереп алырға. Иң еңеле микротулҡынлы мейестә бешереү: шәкәр һалып, иң шәп ҡеүәттә – 10 минут, шунан бутап, иң түбән ҡеүәттә тағы 10 минут бешерергә. Алманан артыҡ шыйыҡлыҡты түгергә.
Ҡамырҙы алып, йәйергә һәм табаға һалырға (он һибеп йәки пергамент ҡағыҙы түшәп). Йәймәгә алманы, мүк еләген тигеҙләп һалырға. Өҫтөн икенсе йәймә менән ҡапларға. Ситтәрен ныҡ ҡына итеп тоташтырырға. Өҫтөн сәнсе менән ипләп кенә тишергә.
Бәлеш 180 градус эҫелектәге духовкала 20 – 25 минутта бешеп тә сыға.