Ысынында иһә, ул дуҫтары менән Суворов урамында эсеп йөрөгән була. Иҫерек баштан компаниянан айырылып, әллә ҡайҙарға барып сыға, йығыла, аяҡ-ҡулдарын, эсен ауырттыра. Егеткә һәм әсәһенә шылтыратып, уны урлауҙары тураһында һөйләй, йәнәһе лә, уны "багажникка тығып, гараждар яғына алып киткәндәр".
Ҡыҙҙы дауаханаға оҙаталар, табиптар көсләү факты буйынса тикшерә. Тәфтишселәр унан һорау ала, полиция хеҙмәткәрҙәре төнө буйына "ҡыҙҙы урлаусыларҙың" машинаһын эҙләй. Иртән, айынғас, ҡыҙ бандиттарҙы уйлап сығарғанын таный.
Был турала
Mash Batas телеграм-каналы хәбәр итә.
Теге фантазер тураһында: https://ye102.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/2024-07-11/million-um-a-sa-tabyl-an-3844408
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.