Баҡалы районында полиция хеҙмәткәрҙәре ғәҙәти булмаған енәйәтте асҡан.
Полицияға талау тураһында ғариза килә. Ир эш сәфәренә 1 миллион һумдан ашыу аҡса менән килгәнен, Киләй ауылынан алыҫ түгел урында туҡтағас, ике билдәһеҙ кешенең уны талауын - аҡсаһын тартып алыуын, кеҫә телефонын һәм планшетын урлауын һөйләй.
Әммә полиция хеҙмәткәрҙәре машинаны тикшергәндә тауыҡтарҙы ташыу ситлегендә "урланған" техниканы һәм йәшерелгән аҡсаны таба. Ғариза биреүсе һыр бирмәй, һаман да, мине таланылар, тип ныҡышҡан әле ул. Аҙаҡ дәлилдәр баҫымы аҫтында ғына тәүбә иткән.
Ул Баҡалы районында тауыҡтар һатып алырға тейеш була, әммә аҡсаны ҡомарлы уйындарҙа юғалта...
Аҡсаһыҙлығын аҡлау өсөн ул полицияға ғариза яҙған да инде. Тик полиция уның ялғанын тиҙ арала асыҡлаған.
Иргә ҡарата РФ Енәйәт кодексының 306-сы статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатыла.
Был турала Башҡортостан Эске эштәр министрлығынан Диана Ғәлләмова хәбәр итә.
Фото: БР ЭЭМ матбуғат хеҙмәте.