Ҡара сәй, бөтнөк һәм лайм
Һыу – бер литр
Ҡара сәй – ике балғалаҡ
Бөтнөк – ике-өс өҙөм
Лайм – ике дана
Шәкәр – ике ҡалаҡ
Ҡара сәйгә ҡайнар һыу ҡойоп, ныҡлап ябып, бешерергә (төнәтергә) ултыртығыҙ. Әгәр ҡара сәйегеҙ пакетлы икән, 10 минут ултыртыу ҙа етә, әгәр япраҡлы булһа, бер сәғәт самаһы көтөгөҙ. Шунан һөҙөргә һәм лайм, бөтнөк, шәкәр ҡушырға. Әгәр теләһәгеҙ, лимон һуты ла һығырға мөмкин. Ярты сәғәт ултыртып тороғоҙ ҙа, һыуытҡысҡа ҡуйығыҙ. Әйткәндәй, шәкәр һалыу-һалмау ҙа үҙегеҙҙән тора.
Мелисса менән лимондан һалҡын сәй
Һыу – 1,5 литр
Мелисса – бер услам (50 г тирәһе), ярты стакан шәкәр, ярты лимон һуты.
Шәкәрҙе эҫе һыуҙа иретергә, уға һалҡын һыуҙа йыуылған мелиссаны һалырға ла һыуытырға ҡуйырға. Аҙаҡ һөҙгәс, лимон һуты ҡушырға. Тағы ла һыуығыраҡ булһын тиһәгеҙ, боҙ өҫтәгеҙ.
Иғтибар! Һалҡын сәйҙе иммунитеты насар, ашҡаҙан-эсәк юлында проблемалары булған кешеләр эсмәһен! Уны шулай уҡ ашаған ваҡытта эсергә ярамай.