Бөтә яңылыҡтар

Юғалтыуҙар ауыр

Сикһеҙ ауыр яҡындарҙың беҙҙе, Мәңгелеккә ташлап китеүе. Бәғерҙәрҙе телгән ҡайғы ҡосоп, Ғазаплы ул ғүмер итеүе. Юғалтыуҙан алған яраларға, Ваҡыт бер аҙ йөйөн һалһа ла. Килеп-килеп һулҡылдай асылып, Һыуҙар булып йылдар аҡһа ла. Ҡаршы килә күңел,һис ышанмай, Ысынбарлыҡты килмәй таныйһы. Тик ҡурҡыныс төш күрәһең кеүек, Килә шул төштәрҙән айныйһы. Яҙмыш һынауҙары бигерәк ҡырыҫ. Күҙалларға юҡтыр мөмкинлек. Һынмаҫ өсөн ауыр ҡайғыларҙан, Бир Хоҙайым үҙең түҙемлек. Һәр бер ҡылған доға мәрхүмдәрҙең, Рухтарына барып ирешһен. Раббым үҙең рәхмәттәрең менән, Итсе насип йәннәтең түрен. Д. Әхмәтйәнов

Юғалтыуҙар ауыр
Юғалтыуҙар ауыр

Фото: Т. Аманов 

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас: