Бөтә яңылыҡтар

"Утыңды һүндермәйсә, мине көт!.."

Бөгөн Учалыла махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яҡташтарыбыҙға аҡса йыйыу маҡсатынан "Утыңды һүндермәйсә, мине көт!.." тип аталған театрлаштырылған хәйриә тамашаһы ойошторолдо.

"Утыңды һүндермәйсә, мине көт!.."
"Утыңды һүндермәйсә, мине көт!.."

Сюжет нигеҙендә Ҡорама ауылынан Ильясовтар ғаиләһенең ысын тарихы ята - дүрт бер туған ир-егеттәр фронтҡа китеп, барыһы ла тыуған ере өсөн башын һала... Бөгөнгө тамашаға 1941 йылдың 22 июнендә Нурғәли менән Хәтирә Ильясовтар ғаиләһендә тыуған Сайма Ильясова ла килде. Бер ай ғына ул атай һөйөүен татып өлгөргән. Әммә шул һөйөү уны ғүмер буйы оҙата килә. 

Тамашала 130 кеше ҡатнашты: Учалы районының халыҡ театры, Учалы филармонияһының "Уралтау" бейеү ансамбле, Учалы ауылы мәҙәниәт йортоноң "Ҡалҡан" халыҡ бейеүҙәре ансамбле, "Хазина" халыҡ фольклор ансамбле, Уральск ҡасабаһының "Йәйғор" халыҡ фольклор ансамбле, Яңы Байрамғол ауылының "Байрамғол егеттәре" халыҡ ир-егеттәр вокаль ансамбле. Театрлаштырылған тамашаның режиссеры Фәнис Кәримов, сценарий авторы Баныу Ҡаһарманова, театрҙар етәксеһе Башҡортостандың атҡаҙанған мә:әниәт хеҙмәткәре Ғаяз Ибраһимов.

Фото: автор.

 

"Утыңды һүндермәйсә, мине көт!.."
"Утыңды һүндермәйсә, мине көт!.."
"Утыңды һүндермәйсә, мине көт!.."
"Утыңды һүндермәйсә, мине көт!.."
"Утыңды һүндермәйсә, мине көт!.."
Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: