Компот
Стерилләнгән 3 литрлы банкаға 700 г таҙартылған еләк һалырға. 300 г шәкәр, бер балғалаҡ лимон кислотаһы һәм 2,5 һыу менән сироп яһарға. Шуны ипләп кенә банкаға ҡойорға. Алдан әҙерләнгән ҡапҡас менән ябып, нығытып, һыуытырға ҡуйырға. Ҡышҡылыҡҡа һаҡлайһығыҙмы, яҡын арала эсәһегеҙме - һеҙҙең ихтыярҙа.
Туңдырма
Әлбиттә, был тәмлекәс оҙаҡҡа етмәҫ. Сөнки, тиҙ генә ашап бөтөрөрҙәр.
700 г таҙартылған еләк, 200 г шәкәр, 0,5 л һөт өҫтө (сливки, 33 процентлы) алып, барыһын да миксерҙа болғарға һәм контейнерға һалып, туңдырғысҡа ҡуйырға. Тигеҙ туңһын өсөн ваҡыты-ваҡыты менән алып бутап тороғоҙ.