Бөтә яңылыҡтар

Шишмә районының талантлы уҡытыусыһы Әлфирә Мараҡаева ижадынан бер шәлкем

"Изге һөнәрле ижадсы" проекты тәҡдим итә:  

Шишмә районының талантлы уҡытыусыһы Әлфирә Мараҡаева ижадынан бер шәлкем
Шишмә районының талантлы уҡытыусыһы Әлфирә Мараҡаева ижадынан бер шәлкем

Әлфирә МАРАҠАЕВА 1948 йылдың 1 октябрендә Сәлих ауылында тыуған. Башҡорт дәүләт педагогия институтының физика-математика факультетын тамамлай. Новотроицк, Сәйрән ауылдары мәктәбендә 38 йыл эшләп, хаҡлы ялға сыға. Мәғариф ветераны.

 

Хистәр уңалмай икән

Сәстәремә сал да ҡунды инде,

Биткә йыйырсыҡтар өҫтәлде.

Күңел менән йәш әле мин һаман,

Хистәргә һис ҡырау төшмәне.

Һөйөү хисе һүнмәй йөрәгемдә:

Яратам мин тыуған еремде.

Яҡын ауылымдың урамдары,

Йәшел хәтфә кеүек болоно.

Болондағы гөлдәр келәменә

Күҙ ҡамаша ҡараш ташлаһаң.

Ә урманға инһәң һуҡмаҡ буйлап

Моңландыра ағас шаулаһа.

Хөрмәт итәм күрше-күләндәрҙе,

Ҡосаҡ йәйеп килгән дуҫтарҙы.

Серҙәремде һыйындырған йәштәш,

Шашып һөйгән йүләр саҡтарҙы.

Ул ваҡыттар күптән үтеп китте,

Рәхәтлеген тоям мин һаман.

Йөрәк түрендәге яҡты хисте,

Татлы тойғоларҙы яңыртам.

 

Тыуған яғым – Шишмәм

Тыуған яғым минең – ғәзиз ерем

Йәмле лә һин, киң дә, матур ҙа.

Күңел ҡошом һинән илһам алып,

Ғәләм киңлегенә ашҡына.

Ишадымда, шиғыр йырҙарымда

Маҡтап туймам тыуған еремде.

Һинең көсөң – минең беләгемдә,

Матурлығың наҙлай күңелде.

Мин – татармын. Яҡын дуҫым – башҡорт,

Урыҫ дуҫтарым да шаҡтай күп.

Шул дуҫтарым ныҡлы терәк миңә,

Мин ғорурмын ҡая таш кеүек.

Тәбиғәте матур тыуған яҡтың,

Кешеләре менән данлы ул.

Мостай кеүек шағир, Саттарларҙай

Башын эймәҫ батыр йәнле ул!

 

Билдәһеҙ һалдатҡа

Һалдат, һиңә йырҙар бағышланым,

Ғәфү итсе, исемең билдәһеҙ.

Тик һаман да тере кешеләрҙәй

Яҙҙа ҡайтаһығыҙ илгә һеҙ.

Ҡанлы һуғыш аяманы һеҙҙе,

Күпме йәп-йәш ғүмер ҡыйылды.

Батырлығың ғына мәңгелек булып,

Тарих биттәренә яҙылды.

 

 

Автор:Гөлнур Ҡыуатова
Читайте нас: