Яңылыҡтар таҫмаһы
10 Июля 2024, 06:29

Республикала контракт төҙөгән өсөн бер тапҡыр бирелә торған түләүҙең күләме — бер миллион һум

Махсус хәрби операцияла ҡатнашыу өсөн оборона министрлығы менән контракт төҙөгәндә 505 мең һум аҡса алырға мөмкин. Был хаҡта Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе Максим Забелин белдерҙе. Норма бөгөндән, йәғни 10 июлдән ғәмәлгә инә.

Республикала контракт төҙөгән өсөн бер тапҡыр бирелә торған түләүҙең күләме — бер миллион һумРеспубликала контракт төҙөгән өсөн бер тапҡыр бирелә торған түләүҙең күләме — бер миллион һум
Республикала контракт төҙөгән өсөн бер тапҡыр бирелә торған түләүҙең күләме — бер миллион һум

Максим Забелин әйтеүенсә, Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса, 10 июлдән хәрби хеҙмәт үтеү өсөн килешеү төҙөгән граждандарға түләү суммаһы арта. Бығаса бер тапҡыр бирелә торған түләүҙең суммаһы 205 мең һум тәшкил итһә, хәҙер ул республика бюджеты иҫәбенә 505 мең һумға тиклем арттырыла. 

Шулай итеп, контракт төҙөгәндә Рәсәйҙең Оборона министрлығы һәм беҙҙең муниципалитеттар түләгән аҡса менән бергә бөтәһе бер миллион һум була. Был Радий Фәрит улының барлыҡ хәрби хеҙмәткәргә: контракт төҙөгән, саҡырыу буйынса хәрби хеҙмәткә алынған, мобилизацияланған яҡташтарыбыҙға ҙур иғтибар бүлеүен күрһәтә. 

Фото: "Башинформ" агентлығынан.

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас