Яңылыҡтар таҫмаһы
10 Июль 2024, 06:15

Махсус комиссия күп балалы әсәне ярлыҡаны

Өфөлә БР Башлығы ҡарамағындағы Ярлыҡау мәсьәләләре буйынса комиссияның ултырышы үтте. Уны Комиссия рәйесе – республиканың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев алып барҙы.

Махсус комиссия күп балалы әсәне ярлыҡаныМахсус комиссия күп балалы әсәне ярлыҡаны
Махсус комиссия күп балалы әсәне ярлыҡаны

– Комиссияға алты юллама килде, – тине Константин Толкачев. – Уларҙың береһе ришүәт өсөн шартлы срок алған ҡатындан ине. Ветеринария хеҙмәтендә эшләп, ветеринария өлкәһендәге федераль мәғлүмәт системаһына инеү мөмкинлегенә эйә булған ҡатын бүләкләү өсөн уның таныштары булған эшҡыуарҙарға ит һатыу өсөн ветеринар танытмалар алырға ярҙам итә. Хөкөм ителеүсе өс бала әсәһе. Был уның беренсе хөкөм ителеүе. Ул ҡылған ғәмәле өсөн тәүбә итеп, ғәйебен тулыһынса таныны. Эш материалдарын һәр яҡлап өйрәнеп һәм йәшәгән урыны һәм эшләгән урыны буйынса ыңғай характеристикаларҙы иҫәпкә алып, Комиссия юлламаны хупларға ҡарар итте.
Ҡалған биш юллама кире ҡағылды.
Башҡортостан Республикаһы Башлығының тикшерелгән юлламалар буйынса тәҡдимдәре Комиссия һығымталары менән бергә Рәсәй Федерацияһы Президентына ебәреләсәк. Ярлыҡау тураһындағы һуңғы ҡарарҙы Президент ҡабул итәсәк, тип хәбәр итә БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙың матбуғат хеҙмәте.

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас