Яңылыҡтар таҫмаһы
10 Июль 2024, 03:30

Көлөп алайыҡ әле!

– Чукча, һин тоҙло ҡыяр ашарға яратаһыңмы? – Юҡ. – Ни өсөн?  

Көлөп алайыҡ әле!Көлөп алайыҡ әле!
Көлөп алайыҡ әле!

– Чукча, һин тоҙло ҡыяр ашарға яратаһыңмы?

– Юҡ.

– Ни өсөн?

– Башым банкаға һыймай.

 

*   *   *

Бабай баҡсаһына төшкән күрше малайын тотоп ала.

– Ә, ҡараҡ! Нимә эшләй инең бында?!

– Бер алмағыҙ ергә төшкәнен күрҙем дә, шуны яңынан урынына элеп ҡуймаҡсы инем.

 

*   *   *

Беренсе осрашыу. Ғашиҡ егет ҡаушай-ҡаушай ғына һөйгәненә һорау бирә:

– Ә миңә ҡәҙәр һинең малайҙарың булманымы?

– Юҡ шул. Ике ҡыҙым ғына бар.

 

 

Автор:Гөлнур Ҡыуатова
Читайте нас