Бөтә яңылыҡтар

Иглин районында үлемесле авария

Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре юл-транспорт ваҡиғаһы сәбәптәрен асыҡлай.

Иглин районында үлемесле авария
Иглин районында үлемесле авария

Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, бөгөн киске сәғәт етенселә 54 йәшлек "Isuzu" водителе М5 "Урал" автомобиль юлында "Dongfeng" йөк машинаһы менән бәрелешә. 

Юл фажиғәһе һөҙөмтәһендә 54 йәшлек "Isuzu" водителе алған йәрәхәттәрҙән вафат була. Ваҡиға урынында юл-патруль хеҙмәте инспекторҙары реверсив хәрәкәт ойошторған. Унда тәфтиш-оператив төркөмө һәм башҡа хеҙмәттәр эшләй. Ваҡиғаның бөтә шарттары, сәбәптәре асыҡлана.

Фото: БР ДАИ.

Иглин районында үлемесле авария
Иглин районында үлемесле авария
Иглин районында үлемесле авария
Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: