Бөтә яңылыҡтар

Бр-р, йылан!

Бөгөн бер йылан Туймазы районының Йүкәле Шишмә ауылындағы шәхси йорттоң балалар майҙансығына "уйнарға" килгән.  

Бр-р, йылан!
Бр-р, йылан!

Әммә саҡырылмаған ҡунаҡҡа оҙаҡ биләмәлә кинәнеп йөрөргә ирек бирмәгән хужалар, ашығыс хеҙмәттәргә шылтыратҡан. 

Республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты ҡотҡарыусылары йыланды тотоп, яҡындағы урман массивына иреккә ебәргән.

Бер нисә хәүефһеҙлек кәңәше:

Әгәр һеҙ урамда йыланды осратһағыҙ, иң яҡшыһы - уны урап үтегеҙ, теймәгеҙ! Ҡағиҙә булараҡ, һөйрәлеүселәрҙең һеҙҙә эше лә юҡ, улар беренсе булып һөжүм итмәйәсәк.

Әгәр йылан өйөгөҙгә килеп инһә, уға яҡын бармағыҙ, ә шунда уҡ "112" телефоны буйынса ҡотҡарыусыларға шылтыратығыҙ.

Фото: БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: