Бөтә яңылыҡтар

Баймаҡ районының талантлы уҡытыусыһы Клара Урыҫбаева ижадынан бер шәлкем

"Изге һөнәрле ижадсы" проекты тәҡдим итә:  

Баймаҡ районының талантлы уҡытыусыһы Клара Урыҫбаева ижадынан бер шәлкем
Баймаҡ районының талантлы уҡытыусыһы Клара Урыҫбаева ижадынан бер шәлкем

Клара УРЫҪБАЕВА Йылайыр районының Һабыр ауылында тыуған. Башҡорт дәүләт университетының филология факультетын тамамлай. Оҙаҡ йылдар Хәйбулла районының Ғәлиәхмәт, Урыҫбай мәктәптәрендә башҡорт әҙәбиәте, сит телдәр дәрестәрен уҡыта. Әлеге ваҡытта Баймаҡ ҡалаһында йәшәй. Мәғариф ветераны.

 

КҮҢЕЛ СЫҢЫ

Хәүефлеме донъя? Хәүефле:

Ҡайҙалыр ут сыға, һыу таша,

Ер тетрәп, кемделер ер баҫа –

Хәүефтәр көн һайын баш аша.

Хәүефлеме донъя? Хәүефле:

Ҡасан ғына гөрләп йәшәрҙәр?

Ағыулана һыуҙар, аҡтарыла ерҙәр,

Йән әсетеп китә йәш ирҙәр.

Хәүефлеме донъя? Хәүефле:

Ниндәй заманаға беҙ килдек?

Бөлдөрәләр илде, бөтөрәләр телде,

Әҙәм күңелен баҫа ғәмһеҙлек.

Башҡорт асылдарын юғалтабыҙ

“Вай-фай”, “айфон”, “инет” юлында.

Ил намыҫы түгел, аҡса бәҫе уйҙа,

Ил яҙмышы – яттар ҡулында.

Милләтемде данлар ирҙәр кәрәк

Салауат, Бабич атлы ныҡ тоҡом –

Килер быуын милләтемде ҡурсыр,

Йәшәү ҡотон һаҡлар башҡортом!

 

ӘЙТЕР ҺҮҘЕҢ, РӘМИ...
Сәсән Салауаттай илең, телең данлап,
Бар ғүмерең йырға оҡшаштыр.
Һин үҙең дә эйәрле ат ятҡан
Йөрәге менән балҡыр ҡояштыр.
Ғәҙеллекте яҡлап, нахаҡ фашлап
Әйткән һүҙең булды урынлы.
Күҙең үткер, күңелең һиҙгер ине,
Шиғырҙарың һөйләй уйыңды.
Сәсән телең туған телде яҡлап
Туйманы һис, арып талманы.
Шиғырҙарың йырға әйләнделәр,
“Туған теле”ң - халҡым ҡалҡаны.
Илде, телде, ерҙе яҡлап һаҡҡа баҫтың,
Килер быуын - һинең дауамың.
Шиғырҙарың халҡың күңелендә,
Телдән телгә йөрөй таралып.
Һинең ише ирҙәр илгә яу килгәндә
Дошман утын ҡаплай түш менән!
Шиғырҙарың ағым һыуҙай мәңге,
Халҡың өсөн яҡты төш кенә!
Әйтер һүҙең - аҡҡан һыуҙарҙа,
Әйтер һүҙең - ғорур тауҙарҙа!

ИРӘНДЕКТЕҢ САЯ ҠЫҘЫ
Ата-бабаларым төйәк иткән
Урал тауы, гүзәл Ирәндек:
Сая ҡыҙҙар үҫкән итәгендә,
Ҡыйыу егеттәргә тиңләрлек.
Ҡәнифәләр, Сәлимә, Ғилмиязалар -
Шаһиттары әсе тарихтың.
Тыуған яҡтарынан йәшләй айырылған
Моңло һылыуҙары халҡымдың.
Ирәндеген һағынып зар илаған
Йәшләй урланған ҡыҙ Ғилмияза,
Һағышына түҙмәй йыр сығарған:
“Йәш ғүмерем үтә, тип, заяға.
Һаҡмар һыуы аға ҡибла-ҡибла,
Урал тауы буйлап, көн битләп.
Илкәйемә лә шул ҡайтыр инем
Аяҡтарым талһа, имгәкләп".
Бер көн йылдар буйы хыялланып
Ғилмияза көткән көн тыуа:
Йылҡы өйөрөнән иң шәп атҡа атланып
Тыуған яҡтарына ҡыҙ саба!
Юртаҡ елә... Артта баҫҡынсылар,
Алда текә Яйыҡ йылғаһы.
Һыуға ташлана ҡыҙ аты менән
Ҡаршы ярға сығыу – бар ғәме.
Ни мөғжизә! Биш-алты йыл үткән,
Йырҙарында һағынып йырлаған
Ирәндеге көткән! Ата-әсәһе
Ҡыҙ балаһын һағынып илаған.
Йәп-йәш ҡыҙҙың саялығы,
Тоғролоғо тыуған иленә
Беҙҙең өсөн һабаҡ булһын ине
Илен алмаштырған һәр кемгә!
Уян, халҡым! Уралыңды һаҡла!
Һин тип ауа йәп-йәш батырҙар.
Һылыу ҡыҙың йырҙарыңда ҡалыр
Азатлыҡты һөйгән башҡорттар!

 

 

Автор:Гөлнур Ҡыуатова
Читайте нас: