Бөтә яңылыҡтар

Автомобиль урларға эшкингән

Саҡмағош районының полиция хеҙмәткәрҙәре машина урлаған ирҙе тотҡан. 

Автомобиль урларға эшкингән
Автомобиль урларға эшкингән

"Daewoo Nexia" хужаһы машинаһын йорто янында ҡалдырыуы булған, кемдер уны урлап та өлгөргән.

Эҙләү эштәре барышында урланған транспорт Бүздәк районының Шишмә ауылында табылған. Уны Дүртөйлө ҡалаһынан 25 йәшлек егет урлаған.

Уға ҡарата енәйәт эше асылған. 

Фото: БР Дәүләт автоинспекцияһы. 

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: