26 йәшлек ҡатын ялған "элемтә операторы", "хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәре", "банк хеҙмәткәре" һүҙенә ышанып, 700 мең һум аҡсаһын "хәүефһеҙ иҫәпкә" күсереп өлгөргән була. Тағы ла күберәк суммаға алданыр ине, әгәр банк хеҙмәткәрҙәре, уның сәйер ҡыланыуын күреп, полицияға шылтыратмаһа.
Рәсәй Эске эштәр министрлығының Өфө ҡалаһы буйынса идаралығы начальнигы полиция полковнигы Виталий Дудконың рәхмәт хаттарын полиция саҡыртҡан финанс учреждениеһы хеҙмәткәрҙәренә тапшырғандар.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.