Яңылыҡтар таҫмаһы
9 Июль 2024, 08:00

Пенсионерҙың әйткәнен тыңлағыҙ!

Октябрьский ҡалаһында йәшәгән пенсионерға ялған "адвокат" шылтыратып, ҡыҙығыҙ юл-транспорт ваҡиғаһына эләгеп, кешене бәрҙергән, тип хәбәр итә.

Пенсионерҙың әйткәнен тыңлағыҙ!Пенсионерҙың әйткәнен тыңлағыҙ!
Пенсионерҙың әйткәнен тыңлағыҙ!

Шунан мутлашыусы ғәҙәти схема буйынса әбейгә ҙур сумма аҡса әҙерләргә кәрәклеген әйтә: "Юғиһә, ҡыҙығыҙға ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатыласаҡ!" Был яңылыҡ пенсионерҙы шаҡ ҡатыра, һәм ул билдәһеҙ кешенең күрһәтмәләрен үтәй. Бер аҙҙан енәйәттә ҡатнашыусы курьер ҡыҙ килеп етә һәм оло йәштәге ҡатындың 100 мең һумдан ашыу аҡсаһын ала. Һуңыраҡ пенсионер үҙенең ҡыҙы менән бәйләнешкә инеп, уның бер ниндәй ҙә юл-транспорт ваҡиғаһына эләкмәгәнен, хәле яҡшы булыуын асыҡлай.

Полиция хеҙмәткәрҙәренең профессиональ эшмәкәрлеге арҡаһында икенсе көндө курьер Өфө ҡалаһы аэропортында тотола. Ул яҡын сит илдең 24 йәшлек гражданы булып сыға. Ҡыҙ ҡылған эштәренә үкенеп бөтә алмай. Ғәйепләнеүсенең һүҙҙәре буйынса, ул пенсионерҙың аҡсаһын "заказсы"ның реквизиттары буйынса күсерергә тейеш була, әммә ул аҡсаны үҙенә ҡалдырырға ҡарар итә. Полиция хеҙмәткәрҙәре унан кеше аҡсаһын тартып ала (100 мең һум самаһы). Был сумма зыян күреүсегә кире ҡайтарыла. Ҡалған аҡсаны ҡыҙ тотоноп өлгөргән.

Рәсәй Эске эштәр министрлығының Октябрьский ҡалаһы буйынса бүлегенән Ләйсән Аҙнағолова ошо хаҡта хәбәр итеп, ысын хоҡуҡ һаҡлау органдары вәкилдәре бер ҡасан да енәйәт эштәрен ҡуҙғатмау өсөн йәки зыян күреүселәргә компенсация түләү өсөн аҡса талап итмәйәсәк, тип белдерә:

- Әгәр ошондай талаптар менән шылтыратыуҙар килһә, һөйләшеүҙе кисекмәҫтән туҡтатырға кәрәк - был шылтыратыуҙың икенсе яғында 100 процент мутлашыусылар! Бындай хәүефле хәбәрҙе алғандан һуң, тәүҙә туғандарға шылтыратып, хәлен белешергә, ә һуңынан шылтыратыусы тураһында мәғлүмәтте эске эштәр органдарына тапшырырға кәрәк.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас