Яңылыҡтар таҫмаһы
9 Июль 2024, 16:00

Иләк

Бар ғүмерем иләк кеүек- Иләйем дә иләйем: Кәрәкте кәрәкмәгәндән Айырырға теләйем. Меңәр тонна руда йыуған Алтын эҙләүсе кеүек, Иләйем төрлө хистәрҙе Иләккә өйөп-өйөп. Мөхәббәтте, татыулыҡты, Тоғролоҡ, сабырлыҡты, Иләп алдым ябайлыҡты, Тағы ла матурлыҡты… Ҡылған ҡылығынан сығып Иләйем кешеләрҙе, Янда ҡалдырам яҡынды, Үҙебеҙ ишеләрҙе. Үҙемә кәрәктәрҙе мин Үҙем һайлап алғанмын, Кемдәрҙеңдер иләгенән Үҙем төшөп ҡалғанмын. Тормош – үҙе оло иләк, Иләй арымай-талмай, Йәшәргә тырышҡан булам Иләктән төшөп ҡалмай. Иҫәптән төшөп ҡалмай… Фирүзә Абдуллина.

ИләкИләк
Иләк

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас