Яңылыҡтар таҫмаһы
9 Июль 2024, 05:00

Халыҡҡа уңайһыҙлыҡ тыуҙырылмаясаҡ

Өфөлә "Хәүефһеҙ сифатлы юлдар" милли проекты буйынса Шаҡша биҫтәһе янындағы күпер ремонтлана. Бөгөндән унда транспорт хәрәкәте сикләнә. 

Халыҡҡа уңайһыҙлыҡ тыуҙырылмаясаҡХалыҡҡа уңайһыҙлыҡ тыуҙырылмаясаҡ
Халыҡҡа уңайһыҙлыҡ тыуҙырылмаясаҡ
Автомобилдәр М-5 йәки Көнсығыш юлынан йөрөй ала. Тимер юлы ла - альтернатив юл. 1 июлдән Дим - Шаҡша - Дим маршруты буйынса өҫтәмә ҡала яны поездары йөрөй. Хәҙер көн һайын таңғы сәғәт 5-тән төнгө 10-ға тиклем 30 поезд бар.
Кеше электричкаға проблемаһыҙ күсеп ултыра алһын өсөн Иглин яғынан да, Өфөнән дә автобус маршруттары уңайлы итеп үҙгәртелгән.
35К, 139, 130, 165, 166, 221, 225, 236М, 291, 378, 432а, 544-се автобустар менән барып була, 132-се ваҡытлыса эшләмәй, уның урынына 130, 291, 35К йөрөй. 
Күперҙәге эштәр киләһе йылға тамамланасаҡ, автомобилдәргә юл быйыл йыл аҙағына уҡ асыласаҡ.
Ә әлеге сикләү 24 июлгәсә дауам итә.
Фото: Минтранс РБ.
 
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас