Тәүҙә йомортҡаларҙы һыуытҡыстан алып ҡуяһың. Күпме кәрәк, үҙегеҙ самалағыҙ. Мәҫәлән, алты йомортҡа менән бешереп ҡарайыҡ.
Йомортҡаларҙы туғығас, алдан яҡшы итеп иләнгән он, бер семтем тоҙ, әҙ генә сода ҡушып, ҡулға йәбешмәҫлек итеп ҡамыр баҫырға.
Шунан 15 – 20 минутҡа ултыртып торорға. Артабан ҡамырҙы тигеҙ өлөштәргә бүлеп, бармаҡ рәүешендә оҙон итеп жгут (бау) яһарға ла, баш бармаҡ башындай итеп, ҡырҡып сығырға. Бик ҙур булмаһын, ыҡсым бауырһаҡ матур ҙа, ашауға ла яйлы.
Элек бауырһаҡты ҡаҙанда бешергәнгә күрә, беҙ ҙә шундайыраҡ сөм һауыт алайыҡ.
Май ҡайнап сыҡмаҫ борон (ҡайнар майға һалһаң, ярылып бешә) бауырһаҡтарҙы төшөрөп, әкрен генә болғатырға. Йоморсаҡтар өҫкә ҡалҡа башлағас, шәберәк болғатырға кәрәк.
Алтынһыу төҫкә (хәйер, кемгә нисек оҡшай) кергәнсе бешереп, һөҙөп алырға.
Хәҙер бауырһаҡты татлы итеп эшләй ҙә ҡуялар. Был рецепта шәкәрһеҙ ул. Шул көйө лә бик тәмле.