Яңылыҡтар таҫмаһы
8 Июль 2024, 04:19

Ҡырғыҙстан менән тауар әйләнеше 41 процентҡа артҡан

Ағымдағы йылдың ғинуар-апреле йомғаҡтары буйынса Башҡортостан менән Ҡырғыҙстан хеҙмәттәшлеге күрһәткестәре уғата яҡшы. Ике аралағы тауар әйләнеше күләме һиҙелерлек үҫкән. Бигерәк тә беҙҙең республика экспорт буйынса уңышлы эшләгән.

Ҡырғыҙстан менән тауар әйләнеше 41 процентҡа артҡанҠырғыҙстан менән тауар әйләнеше 41 процентҡа артҡан
Ҡырғыҙстан менән тауар әйләнеше 41 процентҡа артҡан
Башҡортостан Ҡырғыҙстанға химия сәнәғәте тауарҙары, каучук, ағас, аҙыҡ-түлек, целлюлоза-ҡағыҙ изделиелары һата. Шулай уҡ көнбағыш майы, дарыуҙар, изоленталар, кабель кеүек продукция һатыу менән дә ҡыҙыҡһына.
Ике яҡлы осрашыуҙар даими бара, хеҙмәттәшлекте үҫтереүгә һәр ике яҡ та тырыша.
Фото: Министерство внешнеэкономических связей и конгрессной деятельности Республики Башкортостан.
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас