Яңылыҡтар таҫмаһы
8 Июль 2024, 15:45

Ял көндәрендә мутлашыусылар республика халҡынан 7 миллион һумдан ашыу аҡса урлаған

Кодтарҙы билдәһеҙ кешеләргә әйтеп, бәләгә тарығандар...

Ял көндәрендә мутлашыусылар республика халҡынан 7 миллион һумдан ашыу аҡса урлағанЯл көндәрендә мутлашыусылар республика халҡынан 7 миллион һумдан ашыу аҡса урлаған
Ял көндәрендә мутлашыусылар республика халҡынан 7 миллион һумдан ашыу аҡса урлаған

Рәсәй Эске эштәр министрлығының Шишмә районы буйынса бүлегенә 2,3 миллион һум самаһы аҡсаһын юғалтҡан урындағы кеше мөрәжәғәт итә. Иргә мессенджерҙан шылтыратып, уның абонент номеры буйынса бурысы барлығын хәбәр итәләр. Һуңынан мутлашыусылар уның исеменә билдәһеҙ кешеләрҙең кредит алырға теләүҙәрен белдерә һәм быға юл ҡуймаҫ өсөн уның үҙенә кредит алырға, бөтә аҡсаны "хәүефһеҙ иҫәпкә" күсереүҙәрен һорай... Ир ышанып, уларҙың әйткәнен үтәй...

Өфөнән 71 йәшлек пенсионер ҡатын 700 мең һум аҡсаһын аферистарға күсергән. Мутлашыусылар уға аҡсаһының хәүеф аҫтында булыуын һәм тупланманы тиҙерәк "хәүефһеҙ иҫәпкә" күсерергә кәрәклеген белдерә...

Ике осраҡта ла мутлашыусылар СМС-тан һәм "Дәүләт хеҙмәттәре" порталынан килгән кодты хәбәр итергә күндерә.

Тағы ла иҫкәртәбеҙ инде: Шикле иҫәптәргә аҡса күсермәгеҙ! Шикле шылтыратыуҙар һәм хәбәрҙәр булһа, полицияға хәбәр итегеҙ!

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас