Яңылыҡтар таҫмаһы
8 Июль 2024, 09:25

Иғтибар! Күпер ябыла

Һүҙ Өфөләге Шаҡша күпере тураһында.

Иғтибар! Күпер ябылаИғтибар! Күпер ябыла
Иғтибар! Күпер ябыла

Баш ҡалабыҙҙа «Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар» милли проекты буйынса Шаҡша күперендә ремонт эштәре бара. Тиҙҙән бында йәнә автотранспорт өсөн сикләү индерелә. Иртәгә, йәғни 9 июлдә, төнгө сәғәт 12-нән 24 июль төнгө сәғәт 11-гә тиклем (15 көнгә) хәрәкәт тулыһынса ябыла. Ашығыс хеҙмәттәр өсөн Кенәз ауылындағы паром кисеүе эшләй. Автомобилселәргә иһә Көнсығыш сығыу юлы аша урарға кәрәк. Шулай уҡ электричка менән йөрөргә мөмкин, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Транспорт министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров бөгөнгө оператив кәңәшмәлә халыҡты иҫкәртеү кәрәклеген белдерҙе.

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас