XX быуаттың 20-се йылдарында беренсе булып башҡорт ҡурайының данын Париж һәм Германия ҡалалары сәхнәһенә сығарған башҡорт халҡының легендар шәхесе, түңгәүер ҡурайсылары мәктәбенең арҙаҡлы вәкиле Йомабай Иҫәнбаевҡа арналған был баҫма.
Китапты уның яҡташтары — Йомабай Иҫәнбаевтың биографияһын күптән өйрәнеүсе, Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбай, тарихсы Һәм журналист Азат Ярмуллин һәм Башҡортостандың халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаты Хөрмәтулла Үтәшев төҙөгән. Китапҡа башҡорт һәм рус телдәрендә уникаль архив документтары, төрлө йылдарҙа баҫылған мәҡәләләр һәм музыкант тураһында хәтирәләр, һирәк фотоһүрәттәр тупланған.
"Китап" магазинында үткән сарала баҫманың авторҙары, рецензенты Башҡортостандың халыҡ артисы Азат Айытҡолов, мәҡәлә авторҙары Әхмәтғәле Ғәлиев, тәржемәселәр Гүзәл Мөьминова менән Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина, билдәле скульптор, Салауат Юлаев ордены кавалеры Рафаил Зинуров ҡатнашты. Шулай уҡ унда Йомабай Иҫәнбаевтың ейәне Миңнулла Бикҡолов менән бүләһе Иҫәнбай ҙа ситтә ҡалманы.
Осрашыу барышында ҡурайсы тураһында иҫтәлектәр барланды, ҡурай моңдарын яңғыраны.