Яңылыҡтар таҫмаһы
5 Июля 2024, 19:30

Әгәр һеҙгә ярҙам тәҡдим итһәләр, шатланырға ашыҡмағыҙ!

Күмертауҙа йәшәүсе 40 йәшлек гражданға бер ир шылтырата һәм, Үҙәк биржа комитеты хеҙмәткәре булып танылып, иргә элек финанс пирамидаһына һалған аҡсаһын кире ҡайтарыу буйынса ярҙам тәҡдим итә.

Әгәр һеҙгә ярҙам тәҡдим итһәләр, шатланырға ашыҡмағыҙ!Әгәр һеҙгә ярҙам тәҡдим итһәләр, шатланырға ашыҡмағыҙ!
Әгәр һеҙгә ярҙам тәҡдим итһәләр, шатланырға ашыҡмағыҙ!

Йәнәһе лә, ирҙең аҡсаһы ҙур проценттар менән тулыланып, әлеге ваҡытта Бельгияла ячейкала ята, уны алыу өсөн 600 мең һумдан ашыу күләмендә пошлина түләргә кәрәк.

Күрһәтелгән сумманы түләгәндән һуң, мутлашыусылар һалым йыйыу һылтауы менән зыян күреүсене тағы ла 500 мең һум күсерергә күндерә.

Аҡсаны күсереү өсөн өҫтәмә сумма талап ителеүе тураһында әйткәстәре, ир алданғанын аңлай һәм полицияға мөрәжәғәт итә.

Иҫегеҙҙә тотоғоҙ, ниндәй ҙә булһа сумманы кире ҡайтарыу өсөн түләүҙе фәҡәт мутлашыусылар ғына һорай! Был турала "Мошки" телеграм-каналы хәбәр итә.

Фото: https://web.telegram.org/a/#-1002084555566

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас