Ейәнсура районының 36 ғына йорттан торған Аҡдәүләт ауылында "Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!" байрамы үтте. Был байрамды ауыл халҡы өр-яңы мәсет төҙөлөп бөтөүе уңайынан ойошторҙо.
Мәсет асыу тантанаһында рахон хакимиәте эштәре идарасыһы Йәдкәр Ханнанов, Иҫәнғол мәсете имамы Фәрит хәҙрәт Вәлиев һәм Байыш ауылы биләмәһе башлығы Айҙар Ҡуланшин ҡатнашты.
- Мәсет - ул Аллаһ йорто. Бөгөн райондың 34-се мәсете үҙ ишеген асты. Иң мөһиме улар буш булмаһын, киләсәк быуынды тәрбиәләһен, - тине үҙ сығышында Фәнис хәҙрәт.
Мәсет төҙөү ауыл халҡын бергә тупланы - һәр кем әүҙемлек менән унда үҙ өлөшөн индерҙе, ситтә йәшәүсе аҡдәүләттәр ҙә финанс ярҙам күрһәтте. Шулай ҙа төп көс ауылдың ир-егеттәренә төштө. Был эштә айырыусы әүҙемлек күрһәтеүселәргә Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты мөфтөйө Айнур Бирғәлиндың Рәхмәт хаттары тапшырылды.
Һауа торошо боҙолоу сәбәпле яланда үтәсәк мәҙәни сара клубҡа күсерелде. Тантаналы концертта ауылдың матур ғаиләләре, уңған килендәре, сабый балалар бүләкләнде. Байыш ауылы биләмәһенең мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре бай йөкмәткеле концер та әҙерләгәйне.