Яңылыҡтар таҫмаһы
6 Июль 2024, 10:30

Бөрйән районының талантлы уҡытыусыһы Сәйҙә Сәйәхова ижадынан бер шәлкем

"Изге һөнәрле ижадсы" проекты тәҡдим итә:  

Бөрйән районының талантлы уҡытыусыһы Сәйҙә Сәйәхова ижадынан бер шәлкемБөрйән районының талантлы уҡытыусыһы Сәйҙә Сәйәхова ижадынан бер шәлкем
Бөрйән районының талантлы уҡытыусыһы Сәйҙә Сәйәхова ижадынан бер шәлкем

Сәйҙә СӘЙӘХОВА 1967 йылдың 9 июлендә Мәһәҙей ауылында тыуа. Белорет педагогия училищеһын, Башҡорт дәүләт университетының филология факультетын тамамлай. Хеҙмәт юлын Иҫке Собханғол ауылының 1-се һанлы балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып башлай. 1991 йылда тыуған ауылына эшкә ҡайта. Әлеге көндә Яуымбай мәктәбендә уҡыта. Мәғариф алдынғыһы.

 

Батырҙарға

Яуға барып, Еңеү яулап,
Ир - егеттең көсө артыр.
Уның батырлығы менән
Мәңге һүнмәҫ дан ҡайтыр!
Дан йырлайыҡ ир - егеткә -
Ҡурҡыу белмәҫ батырға!
Алғы һыҙыҡта алышып,
Еңеү яулап ҡайтырҙар!
Дан йырлайыҡ ир-егеткә -
Көс - ғәйрәтле шәп кешегә!
Килер быуын өсөн янған
Ҙур йөрәкле бәһлеүәнгә.
Дан йырлайыҡ ир - егеткә -
Илем, тиеп йән атҡанға,
Ерен һаҡлап, ҡорбан булған
Шәһит киткән батырға!

 

Тормошомдан ҡәнәғәтмен
Был донъяла йәшәү-бик ҙур бәхет,
Кешеләргә һәр саҡ кәрәкмен,
Йәшәү юлым илтә яҡтылыҡҡа,
Тормошомдан үтә ҡәнәғәтмен.
Йәшәү йәмле дөрөҫ йәшәгәнгә,
Матурлыҡты күрә белгәнгә,
Берең өсөн берең йән атҡанға,
Изге уйҙар йәнәш йөрөгәнгә.

 

Ҡыш бабайҙың ҙур тоғонда...
Ҡыш бабайҙың ҙур тоғонда
Миңә лә ҙур бүләк бар!
Ул – уйынсыҡ самолёт,
Перәник һәм алтын шар.
Ҡыш бабайҙың ҙур тоғонда
Сувенирҙар күп кенә!
Эшләһәң, эш ҡарышмай:
Ятма өйҙә тик кенә!
Ҡыш бабайҙың ҙур тоғонда –
Шатлыҡ, бәхет, муллыҡтар!
Рәхәтлек күреп, үҙ-ара дуҫ
Йәшәһен бар халыҡтар!

 

 

Автор:Гөлнур Ҡыуатова
Читайте нас