Мин теремен, Әсәй!
Герои не умирают, а превращаются в бессмертие... Тышҡа сыҡ әле, әсәй, ҡара, Мин йылмаям һиңә ҡояштан. Үлмәнем мин - һаман төшөңдә, Һинең улың ҡайтҡан һуғыштан. Сыҡ, әсәй, ҡараңғы кис-төндә, Мин ҡарайым айҙың үҙенән. Абынып йығылып китмә һин, Яҡтыртам мин юлды үҙеңә. Мин ысыҡ, әсәй, аяғыңа Уралам көмөш тамсы булып. Мин теремен, тик икенсемен... Һибеләм юлыңа һыу булып. Йылы ямғыр булып яуырмын, Ултырт, әсәй, матур сәскәләр. Йомшаҡ елдәр иҫһә иртәнсәк, Алып килер минән сәләмдәр. ... Ҡанатын ҡағып - өс мөйөшләп, Ҡоштар оса күктә, бейектә. Тик бер ҡош айырылып - яңғыҙ, Күтәрелә һаман бейеккә... Хәлимә Бабаева-Бастанова