62 йәшлек ҡатынға билдәһеҙ номерҙан шылтыратып, табыш алырға өйрәтәбеҙ, тип ымһындыралар. Бының өсөн аҡсаны төрлө физик шәхестәр иҫәбенә күсерергә кәрәк, тип аңлаталар: "Ә уларҙан инде күп иткәнсе проценттар һеҙгә түләнәсәк".
Пенсионер 67 мең һум күләмендә шәхси тупланмаһын әйтелгән иҫәптәргә күсергән.
Артабан уның иҫәбенең ябылыуы тураһында хәбәр итәләр, уны асыр өсөн ышаныслы кеше табырға ҡушалар: "Ышаныслы кешегеҙ аҡса күсереү менән, һеҙҙең дә, уның да аҡсаһы кире ҡайтасаҡ!"
Ҡатын үҙенең әхирәтенә "отошло схема"ла ҡатнашырға тәҡдим итеп, уның номерын аферистарға бирә.
Мутлашыусылар уны ла эшкәртеп, булған аҡсаһын уларға күсерергә, кредиттар алырға күндерә. Зыян күләме миллион һумдан ашыу!!
Йөрөй торғас, ҡатындар үҙҙәренең мутлашыусыларҙың ҡорбаны булыуҙарын аңлап, полицияға мөрәжәғәт итергә ашыға.
Был турала Рәсәй Эске эштәр министрлығының Өфө ҡалаһы буйынса идаралығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.
Полиция хеҙмәткәрҙәре шәхси мәғлүмәттәрегеҙҙе һәм карта реквизиттарығыҙҙы сит кешеләргә бирмәгеҙ, тип иҫкәртә. Әгәр һеҙгә шикле шылтыратыу килһә, хоҡуҡ һаҡлау органдарына мөрәжәғәт итегеҙ.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.