“Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, “Өфө егеттәре” башҡорт КВН командаһының шаяртыуы ахмаҡтарса килеп сыҡты. Милләтте кәмһеткән сығыш яҡшылыҡҡа килтермәй. Әммә милләт-ара низағ сығарыуы һәм уның һөҙөмтәһе насар булыуы мөмкин. Был егеттәрҙең һәм уларҙың етәкселәренең милләт-ара мәсьәләләрҙе аңламауын аңлата.
“Шаяндар” башҡаса бындай хәлгә юл ҡуймаҫ, башҡорт халҡын хурлаған өсөн ғәфү үтенергә ҡыйыулыҡ табыр, тип ышанабыҙ”, - тине Ю.Йосопов.
Видеоны "Mash Batash"тән алдыҡ.