Ағымдағы йылдың апрелендә Башҡортостан ойошмалары хеҙмәткәрҙәренең уртаса айлыҡ эш хаҡы 64 284 һум тәшкил иткән, тип белдерә республика статистиктары. Ғинуар-апрелдә уртаса эш хаҡы 62 224 һум булған. Был, 2023 йылдың ғинуар-апреленә ҡарағанда, 19,9 процентҡа күберәк.
Иң юғары эш хаҡы файҙалы ҡаҙылмалар сығарыу өлкәһендә - яҡынса 105 471 һум. Иң түбәне күн һәм күн әйберҙәр етештереүселәрҙеке - уртаса 28 358 һум.