Яңылыҡтар таҫмаһы
4 Июль 2024, 10:00

Ят номерҙар буйынса шылтыратмағыҙ!

50 йәшлек бульдозер машинисы телефонына уның "Дәүләт хеҙмәттәре"ндәге шәхси кабинетына инеү тураһында хәбәр килә. Әгәр ул быны эшләмәһә, сервистың рәсми телефон номерына шылтыратырға тәҡдим ителә.

Ят номерҙар буйынса шылтыратмағыҙ!Ят номерҙар буйынса шылтыратмағыҙ!
Ят номерҙар буйынса шылтыратмағыҙ!

Ҡурҡып ҡалған ир шунда уҡ хәбәрҙә күрһәтелгән номерға шылтырата, уға ҡыҙ яуап бирә, үҙен "Дәүләт хеҙмәттәре"нең техник ярҙам хеҙмәткәре тип таныштыра һәм ирҙең аккаунтына сит кешеләрҙең инеүен раҫлай.

Артабан билдәле схема буйынса дәүләт органдарының ялған хеҙмәткәрҙәре әңгәмәгә ҡушыла һәм, мутлашыусыларҙан ҡотолоу һылтауы менән, ирҙе бөтә шәхси аҡсаһын "имен" иҫәпкә күсерергә күндерә. Шулай итеп улар тир түгеп табылған 696 мең һум аҡсаны урлай.

"Дәүләт хеҙмәттәре" сервисының рәсми номерҙарын иҫегеҙҙә тотоғоҙ: 8-800-100-70-10 (Рәсәй территорияһында шылтыратыу бушлай) һәм 115 (мобиль телефондан)! Башҡа ят номерҙарға шылтыратып, бәләгә ҡала күрмәгеҙ!

Фото: https://web.telegram.org/a/#-1002084555566

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас