Яңылыҡтар таҫмаһы
4 Июля 2024, 11:00

Улдарығыҙҙы, ҡустыларығыҙҙы саҡырығыҙ әле бында, хәҙер ликбез үткәрәбеҙ!

Йыйылдығыҙмы, иптәштәр?! Ҡыҫҡаһы шул: интернетта интим хеҙмәттәр эҙләмәгеҙ! Атыу, ана, кешеләр бәләгә тарый.  

Улдарығыҙҙы, ҡустыларығыҙҙы саҡырығыҙ әле бында, хәҙер ликбез үткәрәбеҙ!Улдарығыҙҙы, ҡустыларығыҙҙы саҡырығыҙ әле бында, хәҙер ликбез үткәрәбеҙ!
Улдарығыҙҙы, ҡустыларығыҙҙы саҡырығыҙ әле бында, хәҙер ликбез үткәрәбеҙ!

Салауат ҡалаһында йәшәгән 22 йәшлек егет интернетта ҡыҙыҡлы рекламаға иғтибар итә.

Унда оялсан ғына итеп түгел, ә ЭРЕ хәрефтәр менән ғәжәп нәмә хаҡында яҙылған була.

Йәғни, һылыу ҡыҙҙар эйелеп-бөгөлөп төшкән фотолары менән ир-егеттәрҙе ылыҡтырып, массаж салонына саҡыра.

Массаж күрмәгән кешеләрме ни беҙҙекеләр, "рельсы-рельсы, шпалы-шпалы"ны мең тапҡыр эшләткәндәр.

Ләкин бында бит ИНТИМ вәғәҙә иткәндәр, шайтан алғырҙары!

Һәм күҙҙәре тызлап янған егет был турала дуҫына әйткәс, уныһы ла ҡыҙышып киткән.

Әйҙә тотонғандар шылтыратырға, рекламала күрһәтелгән номер буйынса!

Был икәү инде хылдарында сисенешеп, массаж өҫтәленә һуҙылып ятып бөткәндәр, һылыу ҡыҙҙарҙың ҡулына тотошлай бирелеп, тик... телефонды алыусы булмаған шул... 

Ә иң "ҡыҙығы" икенсе көндө башланған. 

22 йәшлек егеткә билдәһеҙ номерҙан шылтыратыу килә. 

Аһа, теге интим хеҙмәттәр ҡатыш массаж күрһәтеүсе ҡыҙҙар шылтырата, тип ҡыуанған егет телефонға эре генә "әллеү" тигән. Ә унан нәзәкәтле ҡатын-ҡыҙ тауышы сылтырар урынға, тупаҫ ир тауышы "ррр-ваф" итеп ҡалған: "Һин, тегендәй-бындай ир ишараты, нимә беҙҙе шылтыратып ҡаңғырттың?! Бына һинең арҡала беҙҙең вис эш туҡтаны! Сайт боҙолдо!"

Шылтыратыусы, егеттең ғәйебе менән боҙолған сайтты рәтләү өсөн аҡса талап итә, әгәр аҡса күсермәһә, уға үҙенең кешеләрен ебәреү менән янай. Теге рекламала күрһәтелгән интим менән ҡурҡыта. Егеткә генә ҡарата түгел, уның яҡындарына ҡарата ла. Ярай егет үҙе шуны теләгән дә, ти, ләкин яҡындарына билдәһеҙ әҙәмдәрҙән янаған интимдың "и" хәрефе лә кәрәкмәгәне көн кеүек асыҡ. 

Зыян күреүсе, үҙе һәм яҡындары өсөн ҡото осоп, шылтыратыусы ир әйткән номерға 17 мең һумға яҡын аҡса ебәрә.

Әммә был аҡса, аферистың һүҙҙәре буйынса, "серверҙың бер ячейкаһын ҡаплауға" ғына етә. Ул 50 мең һумдан ашыу сумманы талап итә. Зыян күреүсе был аҡсаны ла әйтелгән иҫәпкә күсерә.

Тик шылтыратыусы ир бының менән генә туҡтап ҡалмай - зыян күреүсенән аҡса алыу өсөн башҡа һылтауҙар уйлап таба, йәнәһе лә, аҡса уның ҡулына барып етмәгән, уны өлөшләп ебәрергә кәрәк булған һ.б. һ.б.

Һөҙөмтәлә егет муттарға 150 мең һумдан ашыу аҡса күсерә.

Ләкин шылтыратыусы тағы ла 70 мең һум талап иткәс, зыян күреүсе үҙенең мутлашыусылар менән аралашыуын аңлай һәм полицияға мөрәжәғәт итә.

Әлеге ваҡытта мутлашыу факты буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.

Шулай хәлдәр, иптәштәр...

Рәсәй Эске эштәр министрлығының Салауат ҡалаһы буйынса бүлеге сираттағы тапҡыр граждандарҙы таныш булмаған кешеләр менән аралашҡанда уяу булырға саҡыра. Таныш булмаған кешеләргә аҡса күсермәгеҙ (кем булыуына ҡарамаҫтан!). Был турала Рәсәй Эске эштәр министрлығының Салауат ҡалаһы буйынса бүлегенән Зилә Кинйәкәева хәбәр итә. 

Мәғлүмәт өсөн: Ликбез - СССР-ҙа уҡый-яҙа белмәгән өлкәндәрҙе күпләп уҡырға һәм яҙырға өйрәтеү. Күсмә мәғәнәлә - әҙерлекһеҙ аудиторияны төп төшөнсәләргә өйрәтеү.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас