Mash Batash телеграм-каналы хәбәр итеүенсә, Эдуард исемле ир моторлы кәмәне былтыр һатып алһа ла, уны быйыл ғына һынап ҡарарға була.
Дуҫтары Венер һәм Дмитрий менән Әй йылғаһына юллана, үҙҙәре менән бер йәшник һыра һәм араҡы алалар. Ярты көн буйы йөҙөп йөрөйҙәр, һәм лапыға эләгеп, түңкәреләләр.
Ярға бары тик Эдуард менән Дмитрий ғына сыға ала. Йөҙә белмәгән Венерҙы дуҫтары төн уртаһына тиклем үҙ аллы эҙләй, тик шунан һуң ғына ҡотҡарыусыларға шылтырата.
Ирҙе лә, кәмәне лә һаманғаса тапмағандар...
Фото: МЧС РБ.