Шулай итеп, хәл былай булған: Стәрлетамаҡ ҡалаһында бер ҡатын тәүҙә тыныс ҡына йәшәп ятҡан ул. Ләкин һөйгөһө һәм һөйөлгөһө килгән. Кинала әйткәндәренсә, ә кем "не хочет большой и чистой любви?!" Иҫләйһегеҙҙер:
— Хочешь большой, но чистой любви? — Да кто ж её не хочет? — Тогда приходи, как стемнеет, на сеновал.
Был ҡатын да хотела. Һәм танышыуҙар сайтында теркәлгән. Фотоларҙағы күркәм генә ир менән танышып, аралаша башлаған. Ир ҡатынға һандуғастан былайыраҡ һайрап ("люблю, трамвай куплю" тигәндер, бәлки), гүзәлде үҙенә ғашиҡ иттергән бит. Ҡатындың ышанысын яулаған мутлашыусы бәндә тиҙҙән уға шылтыратып, еңел табыш алырға тәҡдим итә - бының өсөн аҡсаны инвестиция иҫәбенә һалырға кәрәк була. Күп уйлап тормай, ҡатын банктан 2,6 миллион һумдан ашыу суммаға кредит алып, уға 350 мең һум күләмендә үҙенең шәхси тупланмаларын өҫтәп, "инвестициялай".
Ыштанһыҙ, ой, ғәфү итегеҙ, тамам аҡсаһыҙ, бурысҡа батып ҡалған ҡатынға ҡарата ирҙең ҡыҙығыуы шунда уҡ бөтә - ул ошо мәлдә икенсе асыҡ ауыҙҙарҙы эҙләй, таба һәм эшкәртә. Һаҡ булығыҙ! Муттар сибәр, ышаныслы, сабыр, аҡыллы, аңлаусан, һеҙҙе бөтә етешһеҙлектәрегеҙ менән ҡабул итеүсе ролен бик оҫта башҡара, шуға ла алданыусылар һаны кәмемәй, арта ғына бара.
Мутлашыусылар теләһә ниндәй битлек, кейем кейеп, теләһә ниндәй исем йөрөтә ала. Улар кешене йәлләй белмәй. Бик мәкерлеләр.
Әйткәндәй, хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре, банктар һәм "Дәүләт хеҙмәттәре" хеҙмәткәрҙәре үҙҙәре шылтыратмай.
Һаҡ булығыҙ һәм дуҫтарығыҙға, яҡындарығыҙға мутлашыу ысулдары тураһында һөйләгеҙ, тип иҫкәртә Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.