Яңылыҡтар таҫмаһы
4 Июля 2024, 03:00

Үҙенсәлекле салат

Уны әҙерләүе бик еңел. Тиҙ ашала. Тағы һалғанды көтөп ултыралар әле, етмәһә)))

Үҙенсәлекле салатҮҙенсәлекле салат
Үҙенсәлекле салат

Ингредиенттары:
Ыҫланған тауыҡ ите (бер түшкә)

Дүрт йомортҡа

Бер услам йәшел һуған

Борсаҡ консерваһы 

Кукуруз консерваһы

Пекин кәбеҫтәһе

Бер ҡыяр

Корейса әҙерләнгән кишер («морковча»)

Ике ҡалаҡ майонез

Ике ҡалаҡ ҡаймаҡ

Итте, һуғанды, ҡыярҙы, кәбеҫтәне, йомортҡаны турарға (ниндәй ҙурлыҡта теләйһегеҙ), бергә бутарға, кукуруз һәм борсаҡ өҫтәргә. Кишер, майонез, ҡаймаҡ һалып, яҡшылап бутарға ла, ашарға ғына ҡала.

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас