Яңылыҡтар таҫмаһы
4 Июль 2024, 10:30

“Билмән ҡолдары”

Йәш ҡыҙҙар ир-атты алдаштырып, фатирҙарына алып ҡайтҡан. Ә унда...

“Билмән ҡолдары”“Билмән ҡолдары”
“Билмән ҡолдары”

Фатирҙа иһә ирҙәр көтөп торған һәм тотҡондарҙан билмән яһатҡан.

Бары тик өс тәүлектән һуң, 400 ҡап билмән яһағас ҡына, сығарып ебәргәндәр. Ә теге ҡыҙҙар яңы ҡорбан эҙләргә юлланған.

Ҡаҙағстандың Аҡтүбә ҡалаһында булған хәл, ти был.

Шундай ҡоллоҡтан ҡотолған Руслан (бер сығанаҡта – Рөстәм) тигән егет һөйләүенсә, ул дуҫы менән дискотекаға булғанда, ике ҡыҙ менән танышҡан һәм сибәркәйҙәр егеттәрҙе фатирҙарына саҡырған. Былар ризалашҡан, әлбиттә. Юл ыңғай магазинға инеп, аҙыҡ-түлек, эсемлек алғандар. Фатирға килеп инеүгә уларҙы бер ҙә сихри төн түгел, ә өс ят егет көткән. Баҡһаң, ҡыҙҙар - уларҙың һөйгәне, һәм эйәреп килгән ҡунаҡтарҙы 400 ҡап билмән яһаһалар ғына имен сығарасаҡтар һәм ғәфү итәсәктәр, имеш.

“Ҡамырын бер әбей баҫып йәйҙе, беҙ билмән яһаныҡ. Норманы үтәгәс, сығарып ебәрҙеләр”, – ти “билмән ҡоло”.

Нимәһе ҡыҙыҡ: бығаса берәү ҙә полицияға бармаған, оялғанмы икән? Ә Руслан һуңғараҡ теге ҡыҙҙарҙы тағы ла күргән. Бер ни булмағандай сәләмләшкәндәр. Ҡыҙҙар билмән яһау цехының һаман эшләүен әйткән.

Торараҡ шул ишетелгән: сираттағы бер тотҡон каратэ буйынса ҡара билбаулы булып сыҡҡан һәм баяғы өс ир-егетте туҡмап, бер нисә пачка билмәнде алып сығып киткән, ти.

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас