Яңылыҡтар таҫмаһы
4 Июля 2024, 04:23

Ауылыңда эшләү - ҙур бәхет

Әлшәй районынан Руслан Хисмәтуллин "Агростартап" гранты буйынса дәүләт ярҙамы алып, малсылыҡ менән шөғөлләнә.

Ауылыңда эшләү - ҙур бәхетАуылыңда эшләү - ҙур бәхет
Ауылыңда эшләү - ҙур бәхет
Эшҡыуар ветеринар һөнәрен үҙләштереп, тыуған яғында эшләй һәм былтыр «Агростартап» грант конкурсында еңеп, 6,7 млн һум аҡса ала. Руслан Хисмәтуллин тыуған Торонтайыш ауылында эре мал үрсетә. Грант тураһында ишеткәс, проект төҙөп тапшыра һәм еңә. Алған суммаға ул симменталь тоҡомло йәш таналар, трактор, башҡа кәрәкле ҡорамал һатып ала. Әле фермер 117 баш мал аҫрай. ике кешегә эш тә биргән. Артабан да хужалығын киңәйтергә ниәтләй.
Уға уңыштар! Кем тырыша, шул таба.
Фото (сығанаҡ): Министерство сельского хозяйства Республики Башкортостан.
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас