Яңылыҡтар таҫмаһы
3 Июля 2024, 18:00

Урман хужаһы менән маңлайға-маңлай осрашырға яҙмаһын!

Башҡортостан ҡурсаулығында айыуҙар һанын иҫәпләйҙәр.

Урман хужаһы менән маңлайға-маңлай осрашырға яҙмаһын!Урман хужаһы менән маңлайға-маңлай осрашырға яҙмаһын!
Урман хужаһы менән маңлайға-маңлай осрашырға яҙмаһын!

Ҡурсаулыҡта йыл һайын йәйгеһен айыу һанын иҫәпкә алыу уларҙың ҡарығыуҙары ваҡытында үткәрелә.

Бер аҙнаға яҡын дауам итәсәк иҫәп эштәрендә ҡурсаулыҡ хеҙмәткәрҙәре ҡатнаша. Тикшереү 15 маршрут буйынса үткәрелә. Уҙған йылдар мәғлүмәттәре буйынса, ҡурсаулыҡта 55 тайыштабан бар.

Маршруттарҙың күп өлөшө кеше аяғы баҫмаған ерҙәрҙә урынлашҡан. Билдәләнгән ергә тиклем барып етер өсөн хеҙмәткәрҙәргә тиҫтәләрсә километр юл үтергә тура килә. Айыуҙы иҫәпләү визуаль күҙәтеү юлы менән алып барыла. Бынан тыш, хайуан һуҡмаҡтары тикшерелә - хайуандың һәр эҙен билдәләйҙәр, уның параметрҙарын үлсәйҙәр. Сара тамамланғандан һуң ялан көндәлектәренән алынған мәғлүмәт эшкәртелә һәм дөйөм йомғаҡлау һаны сығарыла.

Иҫәп эшендә ҡатнашҡан ҡурсаулыҡ хеҙмәткәрҙәренә урман хужаһы менән маңлайға-маңлай осрашырға яҙмаһын, тип теләйбеҙ!

Фото: https://vk.com/bashzapovednik

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас