Яңылыҡтар таҫмаһы
3 Июль 2024, 17:30

Ошо сәскә - мәкерле дошман ул!

 Әce борсаҡ (люпин многолистный) бик ҡурҡыныс үҫемлек. Үҫемлектәрҙең ҡара китабындағы "ике йөҙлө Янус" донъяны баҫып алһа - эш харап!

Ошо сәскә - мәкерле дошман ул!Ошо сәскә - мәкерле дошман ул!
Ошо сәскә - мәкерле дошман ул!

Әce борсаҡ үҙе лә, уның орлоҡтары ла ағыулы, мал өсөн зарарлы (составында люпанин кеүек алкалоидтар бар).

- Беҙҙең Бөрйән районы шарттарында люпин ғәҙәттә июнь–июль айҙарында сәскә ата, - тип яҙа Башҡортостан ҡурсаулығы ветераны Татьяна Жирнова. - Сәскә ҡарап туйғыһыҙ матур, тәбиғәттең ысын сәнғәт әҫәре, башҡа ҡуҙаҡлыларҙағы кеүек үк, күбәләкте хәтерләтә. Кешене тышҡы матурлығы менән ылыҡтыра, мауыҡтыра, әммә был матурлыҡ - алдаҡсы! Үҫемлек ысын-ысындан "ике йөҙлө Янус"! Ул союздаштан ҡурҡыныс, агрессив һәм юҡ ителмәҫ дошманға әйләнә, ҡатмарлы шарттарҙа йәшәй ала, яңы территорияларҙы баҫып ала, ошо ерлектәге үҫемлектәрҙе ҡыҫырыҡлап, юҡҡа сығара. Кеше уның алдында көсһөҙ булып сыға... Ғалимдар күп япраҡлы люпинды Урта Рәсәй флораһының Ҡара китабына (Виноградова, Майоров, Харун, 2009) һәм Себер флораһының Ҡара китабына (авторҙар коллективы, 2016) индерергә мәжбүр була. Интернет киңлектәрендә алкалоидлы люпин һеркәһенең кешеләрҙең, бигерәк тә ололарҙың һаулығы өсөн хәүефле булыуы ихтимал тигән мәғлүмәттәр бар (көслө баш ауыртыуы, күңел болғаныуы, ҡоҫоу, галлюцинациялар, тәндә сыбыртҡы барлыҡҡа килтерә, баҫымды күтәрә). Ҡайһы бер люпин формаларында 4,5 процентҡа тиклем алкалоид булған орлоҡтар ҡулланылғанда йөрәк мускулын параличҡа килтереүе ихтимал. 

Кешеләр, һаҡ булығыҙ, баҡсаларығыҙҙа инвазион үҫемлектәр ултыртыр алдынан ҡат-ҡат уйлағыҙ! Әммә әгәр һеҙҙе ниндәйҙер сит ил үҫемлеге, мәҫәлән, матур люпин, мауыҡтырһа, "агрессорҙы" ныҡ һаҡлағыҙ, уны үҙ участкаларығыҙҙан ситкә - тәбиғи фитоценоздарға сығармағыҙ!.. Юғиһә, 20 йылдан һуң, бәлки, унан да алдараҡ, ҡасандыр һеҙ яратҡан ер еләге яланында һеҙ был матур, әммә бик агрессив һәм мәкерле дошмандың ҡыуаҡлыҡтарын ғына осратырһығыҙ...

Тулыраҡ мәғлүмәт: https://vk.com/bashzapovednik

Фото: https://vk.com/bashzapovednik

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас