Алдауҙың асылы ябай. Һеҙгә телефон аша элемтә хеҙмәткәрҙәре шылтырата һәм абонент номерын хеҙмәтләндереү килешеүе буйынса ғәмәлдә булыу ваҡытын оҙайтырға йәки отошлораҡ тарифҡа күсергә тәҡдим итә. Әгәр һеҙ риза булһағыҙ, смс-хәбәрҙән кодты ғына әйтеүҙе һорайҙар.
Ысынында иһә, был кодты муттар һеҙҙең "Дәүләт хеҙмәттәре" сайтына йәки банк ҡушымтаһына инер өсөн ҡуллана, улар ярҙамында һеҙҙең аҡсағыҙҙы еңел генә урлай алалар.
Иҫегеҙҙә тотоғоҙ, смс-хәбәрҙең коды - ҡултамғаға тиң, һәм уны телефон аша бер кемгә лә әйтмәгеҙ!