Был турала Ауырғазы гәзите хәбәр итә.
2024 йыл башынан район прокуратураһы иҫерек килеш машина йөрөтөргә баҙнат иткән 11 урындағы кешегә ҡарата ғәйепләүҙәрҙе хуплай. Был уларҙың законды беренсе тапҡыр боҙоуы түгел - улар барыһы ла быға тиклем шундай уҡ енәйәт өсөн хөкөм ителгән, - тип яҙа район прокуроры Александр Фадеев. - Рәсәй Федерацияһы Енәйәт кодексының 104.1-се статьяһының 1-се өлөшөнөң "д" пункты нигеҙендә хоҡуҡ боҙоусыларҙың автомобилдәрен, шул иҫәптән "Лада 217220", "Лада Гранта", "ВАЗ 21102", "ВАЗ 21074", "Renault Sandero", "Лада-Нива 212300-80" кеүек моделдәрҙе, конфискациялайҙар һәм дәүләткә тапшыралар. Бәләле водителдәр хоҡуҡтарын ғына түгел, тимер аттарын да юғалта.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.